YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 50

50
Яҡупты ерләү
1Йософ атаһының өҫтөнә йығылды, илай-илай мәрхүмде үпте. 2Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште. 3Был эш ҡырҡ көн буйы дауам итте, сөнки бәлзәмләү өсөн шул тиклем ваҡыт талап ителә ине. Мысырҙар етмеш көн Исраил өсөн йәш түкте. 4Матәм көндәре тамамланғас, Йософ фирғәүендең һарай әһелдәренә мөржәғәт итеп:
– Әгәр ҙә күңелегеҙгә хуш килһәм, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, – тине. – 5Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.
6Фирғәүен рөхсәт бирҙе.
– Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине.
7Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары, 8Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеһе һәм атаһының өйөндәге кешеләр китте. Гошен ерендә бары тик бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды. 9Улар менән бергә атлылар һәм арбалылар ҙа юлға сыҡты, шуға күрә ҙур бер төркөм булып барҙылар.
10Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте. 11Ҡәнғәндә йәшәгән кешеләр Горен-Атадтағы матәмде күреп:
– Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! – тиеште.
Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын Авел-Мисраим#50:11 Авел-Мисраим – йәһүд телендә «мысырҙарҙың илауы» тигән мәғәнәлә. тип атала.
12Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне: 13уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны. 14Атаһын ерләгәс, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға әйләнеп ҡайтты.
Йософтоң туғандарын тынысландырыуы
15Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?» 16Шуға күрә Йософҡа хәбәр ебәрҙеләр: «Вафаты алдынан атайың былай тип васыят итте: барып Йософҡа әйтегеҙ: 17„Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаһын, ғәйептәрен – һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡаһаң ине“. Инде һин беҙҙе, атайың Аллаһының ҡолдарын, ғәфү итә күр инде!
Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.
18Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды:
– Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.
19Йософ уларға:
– Ҡурҡмағыҙ, – тип яуап бирҙе. – Мин Алламы ни? 20Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды! 21Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәстрләрмен.
Күңелдәренә хуш килерҙәй һүҙҙәр әйтеп, Йософ туғандарын тынысландырҙы.
Йософтоң вафаты
22Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне; 23уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды.
24Бер көндө Йософ туғандарына:
– Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.
25Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе:
– Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.
26Йософ йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Уны бәлзәмләп, Мысырҙа бер табутҡа һалдылар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy