YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 47

47
1Фирғәүен янына барғас, Йософ былай тине:
– Ҡәнғәндән атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә.
2Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне. 3Фирғәүен уларҙан:
– Ни менән көн күрәһегеҙ? – тип һораны.
– Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы Йософтоң ағалары.
4Тағы былай тип өҫтәнеләр:
– Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.
5Фирғәүен Йософҡа:
– Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. – 6Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.
7Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе. 8Фирғәүен унан:
– Һиңә нисә йәш? – тип һораны.
9– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.
10Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты.
11Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағамсес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе. 12Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуына, ғаиләләге балалар һанына ҡарап, ризыҡ өләште.
Аслыҡтың көсәйеүе
13Ул арала ҡытлыҡ шул тиклем көсәйҙе, бөт илдәрҙә икмәктең әҫәре лә ҡалманы. Мысыр менән Ҡәнғән ере тамам бөлдө. 14Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡәнғән ерендәге булған бөтә көмөштө йыйып алды. 15Мысырҙа ла, Ҡәнғәндә ла көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа:
– Икмәк бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөшөбөҙ бөттө, – тип ялбарҙы.
16– Көмөшөгөҙ бөтһә, – тине Йософ, – мал килтерегеҙ, икмәкте малға алыштырырмын#47:16 Мысыр халҡы итте бик ашамаған, уларҙың динендә күп ашау ҙа тыйылған..
17Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ икмәкте мал-тыуарға: ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды. 18Икенсе йылды мысырҙар йәнә Йософҡа килделәр:
– Хакимыбыҙҙан йәшерене юҡ, көмөшөбөҙ ҙә бөттө, мал-тыуарыбыҙ ҙа – барыһы ла һин әфәнде ҡулына күсте, – тине улар. – Йәнебеҙ менән ер биләмәбеҙҙән башҡа һиңә бирерлек бер нәмәбеҙ ҡалманы. 19Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын.
20Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты – аслыҡ шул тиклем көслө ине. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте. 21Ә Мысыр кешеләренең барыһын да – илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем – Йософ фирғәүендең ҡолдары итте. 22Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы.
23Йософ халыҡҡа:
– Һеҙҙе лә, баҫыуҙарығыҙҙы ла фирғәүенгә һатып алдым, – тине. – Инде орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ. 24Ошо көндән башлап уңыштың биштән бер өлөшөн фирғәүенгә бирәсәкһегеҙ, ә биштән дүрт өлөшөн орлоҡҡа һәм үҙегеҙгә, балаларығыҙға, йорттағыларға ашарға ҡалдырасаҡһығыҙ.
25– Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек.
26Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш.
27Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.
28Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө. 29Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла:
– Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. – 30Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй.
– Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ.
31– Ант ит, – тине Исраил.
Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy