YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 46

46
Яҡуптың Мысырға күсеп килеүе
1Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды. 2Шул төндө Алла күренмештә:
– Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште.
– Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.
3Алла былай тине:
– Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын. 4Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.
5Яҡуп Беер-Шәвәғтән ҡуҙғалып китте.
Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән арбаларға ултыртып алып китте; 6үҙҙәре менән Ҡәнғәндә туплаған мал көтөүҙәре, мөлкәттәре бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде: 7улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен – барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.
8Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының – Яҡуп менән улдарының исемдәре:
Яҡуптың баш балаһы Рәүвән. 9Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми. 10Шимғондың улдары: Йемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм ҡәнғәниҙәрҙән алған ҡатынының улы Шаул. 11Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. 12Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах.
Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы. 13Исасхарҙың улдары: Толағ, Пуа, Йов һәм Шимрон. 14Зевулундың улдары: Сәрәд, Элон һәм Яхлеил. 15Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.
16Ғадтың улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Әсбон, Ғери, Ароди, Арели. 17Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уларҙың ҡыҙ туғаны Сәрах. Бериғаның улдары: Хәвәр һәм Малкиил. 18Былар Лавандың ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргән Зилпаның Яҡупҡа табып биргән балалары. Улар барлығы ун алты кеше.
19Яҡуптың ҡатыны Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ менән Бинйәмин. 20Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы. 21Бинйәминдең улдары: Белағ, Бәхәр, Ашбел, Гера, Нағаман, Әхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард. 22Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше.
23Дандың улы: Хушим. 24Нафталиҙың улдары: Яхсеил, Гуни, Йесәр һәм Шиллем. 25Былар Лавандың ҡыҙы Рәхиләгә биргән Билһатан тыуған балалар. Билһа Яҡупҡа бөтәһе ете бала тапты.
Яҡуп улдарының Гошенда төйәкләнеүе
26Улдарының ҡатындарынан башҡа, Яҡуп нәҫеленән булған һәм уның менән бергә Мысырға күсеп килгән кешеләр бөтәһе алтмыш алты ине. Былар барыһы ла Яҡуптың нәҫеле. 27Йософтоң Мысырҙа тыуған ике улы менән бергә Яҡуптың Мысырға күскән ғаиләһе етмеш кешенән тора ине.
28Яҡуп Гошен юлын белешер өсөн Йәһүҙәне Йософҡа алдан ебәргәйне. Улар Гошенға етеп килгәндә, 29Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы. 30Исраил Йософҡа:
– Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, – тине.
31Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына:
– Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡәнғәндән ағайҙарым менән атайымдың ғаиләһе килде, тип хәбәр итергә барам, – тине. – 32Улар мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тип әйтәм.
33Фирғәүен һеҙҙе саҡырып: «Нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?» – тип һораһа, 34былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy