YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 44

44
Табылған туҫтаҡ
1Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:
– Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тултыр. Һәр береһенең тоғоноң ауыҙына алып килгән көмөшөн кире һал. 2Ә иң кесеһенең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш туҫтағымды ла һал.
Хеҙмәтсе, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне. 3Таң атыу менән туғандарға ишәктәрен алып юлға сығырға рөхсәт иттеләр. 4Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:
– Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ? 5Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.
6Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте. 7Ағай-эне быға яуап итеп:
– Ниңә улай тиһең, хакимым? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек. 8Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡәнғәндән һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың өйөнән көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ? 9Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул үлтерелһен, ә беҙ хакимыбыҙҙың ҡолдары булып ҡалайыҡ.
10– Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, – тине баш хеҙмәтсе, – тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар өйҙәренә ҡайтып китер.
11Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе. 12Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса – олоһонан кесеһенә тиклем – тикшерҙе: туҫтаҡ Бинйәминдә табылды. 13Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп ҡалаға әйләнеп килде.
14Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙтүбән йығылдылар. 15Йософ былай тине:
– Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп белә алыр, тип уйламанығыҙмы?
16– Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.
17– Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.
Йәһүҙәнең Бинйәмин өсөн ялбарыуы
18Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине:
– Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!
19Һин, хакимым, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энегеҙ тағы бармы тип һорағайның. 20Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата. 21Һин иһә беҙ ҡолдарыңа: «Уны яныма алып килегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем, – тинең. 22Беҙ, хакимыбыҙ, һиңә уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, атайыбыҙ уның менән айырылышыуҙы күтәрә алмаясаҡ, тигәйнек. 23Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең.
24Беҙ өйгә, һинең ҡолоң атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, хакимым. 25Ә атайыбыҙ: «Тағы барығыҙ, беҙгә аҙыраҡ ризыҡ алып ҡайтығыҙ», – тигәс, 26уға: «Бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ ул кешенең күҙенә лә күренә алмайбыҙ», – тинек. 27Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны. 28Береһе эргәмдән китте. Уны берәй йыртҡыс ботарлағандыр тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем. 29Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».
30Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы? 31Атайыбыҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан гүргә төшәсәк! 32Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда ғүмерем буйы ғәйепле булырмын, тигәйнем. 33Зинһар, бында уның урынына хакимыма ҡол булып мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен. 34Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым!

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy