YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 38

38
Йәһүҙә менән Тамар
1Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, Ғадулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты. 2Шунда уға Ҡәнғәндән Шуға исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде, 3ҡатыны ауырға ҡалып, ул тапты – Йәһүҙә уға Ғер тип исем бирҙе. 4Шуға, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исеме ҡушты. 5Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла уға Шела тип исем ҡушты. Был ваҡытта Йәһүҙә Кезивта ине. 6Тәүге улы Ғерҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе, 7Ғер гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хушһынманы, уға әжәл ебәрҙе. 8Йәһүҙә Онанға:
– Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынын ал, – тине. – Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең.
9Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә ағаһына бала яралтмаҫ өсөн ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы. 10Уның был ҡылығын Раббы хушһынманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе.
11Йәһүҙә килене Тамарға:
– Улым Шела үҫеп еткәнсе, атаң йортонда тол ҡатын булараҡ йәшәп тор, – тине. Ағалары кеүек быныһы ла үлеп ҡуймаһын тип уйланы ул.
Шулай итеп, Тамар атаһы йортона ҡайтты.
12Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуғаның ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы – Ғадуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.
13Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды. 14Ул тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Ғенайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы – был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны. 15Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны. 16Ул ҡатын янына килде лә:
– Һинең менән ятам, – тине.
Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан:
– Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? – тип һораны.
17– Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, – тине Йәһүҙә.
Ҡатын уға:
– Ҡасан ебәргәнсе берәй әйбереңде ҡалдырып тор, – тине.
18– Нимә бирәйем һуң? – тип һораны Йәһүҙә.
– Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, – тине ҡатын.
Йәһүҙә ҡатынға һораған әйберҙәрен бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды. 19Бынан һуң ҡатын ҡайтып китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындарса кейенеп алды.
20Йәһүҙә һуңынан дуҫын – Ғадуллам кешеһен – кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул ҡатынды таба алманы. 21Ул бындағы кешеләрҙән һораша башланы:
– Ғенайим юлында ултырған ҡорам фәхишәһе ҡайҙа икән?
Әммә уға:
– Унда бер ниндәй ҙә ҡорам фәхишәһе ултырғаны булманы, – тип яуап бирҙеләр.
22Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине:
– Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине.
23– Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың.
24Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә:
– Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр.
– Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.
25Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына:
– Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, – тип хәбәр ебәрҙе. – Зинһар, ҡара әле, бынау бәйле мисәт менән таяҡ кемдеке?
26Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны.
– Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем.
Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы.
27Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды. 28Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек инәһе уға ал еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», – тине. 29Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе – уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин үҙеңә нисек юл ярҙың?» – тип һораны кендек инәһе; шуға уға Пәрәс#38:29 Пәрәс – йәһүд телендә «юл ярыу» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙеләр. 30Уның артынан ҡулындағы ал еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах#38:30 Зерах – йәһүд телендә «алһыу» тигән мәғәнәлә. тигән исем ҡуштылар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy