YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 30

30
1Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды.
– Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм!
2Әммә Яҡуп асыуланып:
– Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе.
3– Бына һиңә минең хеҙмәтсем Билһа, – тине Рәхилә. – Йоҡла шуның менән. Ул тапҡан баланы теҙемә ҡабул итәйем дә, исмаһам, ул сабый минеке булыр!
4Рәхилә Яҡупҡа ҡол ҡыҙ Билһаны йәриә итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы, 5Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ир бала табып бирҙе.
6– Миңә Алла ғәҙел хөкөмөн ҡылды. Ул, ялбарыуҙарымды ҡабул итеп, миңә ул бирҙе, – тине Рәхилә.
Ул малайға Дан #30:6 Дан – йәһүд телендә «ғәҙел хөкөм итте» тигән мәғәнәлә.тип исем ҡушты.
7Ә Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһа, яңынан ауырға ҡалып, Яҡупҡа тағы бер малай табып бирҙе.
8– Апайым менән йәнтәслим ярыштым мин, – тине Рәхилә, – бына мин еңдем.
Ул малайға Нафтали#30:8 Нафтали – йәһүд телендә «мин көрәштем» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты.
9Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа йәриә итеп бирҙе. 10Зилпа ла Яҡупҡа ир бала тапты.
11– Мин даланлымын! – тине Лиә.
Малайға Ғад#30:11 Ғад – йәһүд телендә «далан» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙе.
12Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпа Яҡупҡа тағы бер малай тапты.
13– Бәхет бит был, – тине Лиә. – Хәҙер ҡатындар минең турала, бигерәк бәхетле, тиерҙәр, инде.
Малайҙы ул Ашер#30:13 Ашер – йәһүд телендә «бәхетле» тигән мәғәнәлә. тип атаны.
14Бер саҡ, бойҙай урағы ваҡытында, Рәүвән баҫыуҙа һөйҙөргөс үҫемлеге табып алды ла әсәһе Лиәгә килтереп бирҙе. Рәхилә Лиәгә:
– Улың тапҡан һөйҙөргөстө миңә бир әле, – тине.
15– Иремде һалдырып алыуың етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? – тине Лиә.
– Улыңдың һөйҙөргөсө өсөн бер төнгә һиңә Яҡупты бирәм, – тине Рәхилә, – ул бөгөн төндә һинең менән йоҡлаһын.
16Кис, Яҡуп баҫыуҙан ҡайтҡас, Лиә уның ҡаршыһына сыҡты ла:
– Минең яныма ин. Мин һине, улым тапҡан һөйҙөргөстө биреп, һатып алдым.
Ул төндә Яҡуп Лиә менән йоҡланы. 17Раббы Лиәнең ялбарыуын ишетте, ул тағы ауырға ҡалды һәм Яҡупҡа бишенсе улын табып бирҙе.
18– Иремде хеҙмәтсе ҡатын менән уртаҡлашҡаным өсөн Алланың бүләкләүелер был, – тине Лиә.
Улын Исасхар#30:18 Исасхар – йәһүд телендә «бүләк» тигән мәғәнәлә. тип атаны.
19Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе.
20Шунан Лиә былай тине:
– Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит.
Улына Зевулун#30:20 Зевулун – йәһүд телендә «хөрмәт» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты.
21Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды.
22Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе. 23Рәхилә, ауырға ҡалып, ир бала тапты ла:
– Алла мине хурлыҡтан – бала тапмай тип кәмһетеүҙән ҡотҡарҙы, – тине.
24Улына Йософ#30:24 Йософ – йәһүд телендә «тағы өҫтәһен» тигән мәғәнәлә. тип ҡушты.
– Раббы миңә иш итеп тағы бер ул бирһен ине, – тип теләне ул.
Яҡуптың малдарының күбәйеүе
25Рәхилә Йософто тапҡандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине:
– Миңә үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит. 26Балаларым менән ҡатындарымды ла ебәр, мин һиңә шулар өсөн эшләнем бит. Һиңә нисек хеҙмәт иткәнемде һин үҙең дә яҡшы беләһең инде!
27– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы. 28Әжеренә нимә һораһаң да бирермен.
29– Минең нисек эшләгәнемде үҙең дә белеп тораһың, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Көтөүҙәрең ниндәй һинең хәҙер! 30Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?
31– Әйт һуң, һиңә нимә бирәйем? – тип һораны Лаван.
– Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, – тине Яҡуп. – Бер шартымды үтәһәң, малдарыңды артабан да көтөргә ризамын. 32Әйҙә, бөгөн бөтә көтөүҙәрҙе лә йөрөп сығайыҡ та һин унан барлыҡ ала, аҡ төрткөлө һәм ҡара һарыҡтарҙы, шулай уҡ аҡ төрткөлө һәм ала кәзәләрҙе айырып ал. Киләсәктә ошондай малдар минеке булыр. 33Һиңә лә минең намыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә аҡ төрткөлө, ала булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, уларҙы һинән урлап алынған тип уйла.
34– Яҡшы, – тине Лаван. – Әйҙә, һин әйткәнсә булһын.
35Шул уҡ көндә Лаван бөтә буйлы, аҡ төрткөлө, ала кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә аҡ төрткөлө, ала кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡ бәрәстәрен айырып алды ла улдарына бирҙе. 36Лаван улдары менән, көтөүҙәрен алып, Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте.
Яҡуп иһә ҡайныһының ҡалған ваҡ малын көттө. 37Ул тирәк, баҙам, чинар ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы. 38Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул ялғаштарға һалды – һыу эсергә килгәндә малдар ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзә-һарыҡ тап ошо ваҡытта ҡаса. 39Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине. 40Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге буйлы һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды.
Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто. 41Һау-сәләмәт малдар ҡасҡан саҡта Яҡуп буйлы ботаҡтарҙы һыу ялғаштарына һалып, уларҙың күҙ алдына ҡуя ине. 42Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шулай итеп, насар мал Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды. 43Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy