YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 29

29
Яҡуптың Паддан-Арамға килеүе
1Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте. 2Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны. 3Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән.
4– Һеҙ ҡайҙан, туғандар? – тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән.
– Харандан, – тип яуап бирҙе улар.
5Ул:
– Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? – тип һораны.
– Беләбеҙ, – тинеләр.
6– Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп.
– Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә.
7– Көн оҙон бит әле, – тине Яҡуп көтөүселәргә, – малды йыйырға иртә. Һарыҡтарығыҙҙы эсерегеҙ ҙә тағы көтөүгә ҡыуығыҙ.
8Улар:
– Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса, ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, – тип яуапланы.
9Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине. 10Яҡуп, әсәһенең ағаһы Лавандың ҡыҙы Рәхиләне һәм көтөүҙе күреп, ҡоҙоҡ янына килде лә, ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғарҙы. 11Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе. 12Шунан уға:
– Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, – тине.
Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе. 13Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс, 14Лаван:
– Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине.
Яҡуптың Лиә менән Рәхиләгә өйләнеүе
Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас, 15Лаван уға:
– Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? – тине. – Нимә менән түләргә икәнлеген әйт.
16Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне – Лиә, ә кесеһе Рәхилә исемле. 17Лиәнең күҙе зәғиферәк, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 18Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға:
– Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине.
19– Ярай, – тине Лаван, – сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә.
20Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине. 21Бына бер саҡ ул Лаванға:
– Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, – тине.
22Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе. 23Кис булғас, ул Яҡупҡа Лиәне алып килде: Яҡуп уның менән йоҡланы. 24Лаван ҡол ҡыҙ Зилпаны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп бирҙе.
25Иртән торһалар – Яҡуп эргәһендә Лиә!
– Нишләттең мине? – тине Яҡуп Лаванға. – Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине?
26Лаван былай тине:
– Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда кейәүгә бирмәйҙәр. 27Олоһоноң туй аҙнаһы бөткәс, беҙ һиңә кесеһен дә бирербеҙ, ә бының өсөн һин миңә тағы ете йыл хеҙмәт итерһең.
28Яҡуп шулай эшләне. Бер аҙна үткәс, Лаван уға ҡыҙы Рәхиләне лә бирҙе, 29ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп ҡол ҡыҙ Билһаны бирҙе. 30Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.
Яҡуптың балалары
31Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы. 32Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән#29:32 Рәүвән – йәһүд телендә «минең ҡайғымды күрҙе», йәки «күрегеҙ, ир бала» тигән мәғәнәлә. тип исем бирҙе.
– Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.
33Лиә тағы ауырға ҡалып, йәнә ир бала тапты.
– Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, – тине Лиә, – миңә тағы бер ул бирҙе.
Малайға Шимғон#29:33 Шимғон – йәһүд телендә «ишетте» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты.
34Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы.
– Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем.
Улын Леви#29:34 Леви – йәһүд телендә «йәбешкән», «бәйләнгән» тигән һүҙгә ауаздаш. тип атаны.
35Лиә йәнә ауырға ҡалды – тағы ул тапты.
– Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! – тине ул һәм улына Йәһүҙә#29:35 Йәһүҙә – йәһүд телендә «рәхмәт уҡыйым» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy