YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 11

11
Бабил манараһы
1Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине. 2Көнсығыштан күсеп барғанда кешеләр Шинғар ерендә тигеҙ урын таптылар ҙа шунда урынлаштылар.
3Бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, – тинеләр.
Шулай итеп, улар таш урынына кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.
4Шунан былай тинеләр:
– Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.
5Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө.
6– Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаясаҡтар! – тине Раббы. – 7Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!
8Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты – бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны. 9Шуға күрә был ҡала Бабил#11:9 Бабил – йәһүд телендә «бутау, буталыу» тигәнде аңлатҡан «балал» һүҙенә ауаздаш. тип атала – Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.
Шемдан Ибрамғаса
10Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: Туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы. 11Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.
12Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шелах тыуҙы. 13Шелах тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
14Утыҙ йәшендә Шелахтың улы Ғевәр тыуҙы. 15Ғевәр тыуғандан һуң, Шелах дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
16Ғевәргә утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пәләг тыуҙы. 17Пәләг тыуғандан һуң, Ғевәр дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
18Пәләгкә утыҙ йәш булғанда, улы Реғу тыуҙы. 19Реғу тыуғандан һуң, Пәләг ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне, уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.
20Реғуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы. 21Серуг тыуғандан һуң, Реғу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.
22Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы. 23Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.
24Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы. 25Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.
26Етмеш йәшенән һуң Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран исемле улдары тыуҙы.
27Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы. 28Һаран атаһы Терах иҫән саҡта уҡ тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды. 29Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине. 30Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.
31Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар. 32Терах ике йөҙ ҙә биш йәшендә Харанда вафат булды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy