YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 1

1
Яратылмыш
1Башта Алла күк менән ерҙе яратты. 2Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың рухы һиҙелә ине.
3Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды. 4Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы. 5Алла яҡтылыҡты «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.
6Алла: «Һыуҙар араһында көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», – тине. 7Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы. 8Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.
9Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды. 10Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 11Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды. 12Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 13Кис булды, таң атты – өсөнсө көн булды.
14Алла: «Күк көмбәҙендә көндө төндән айырған яҡтыртҡыстар булһын. Улар байрамдарҙы, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтһен, – тине. – 15Әйҙә улар күк көмбәҙенән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды. 16Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте. 17-18Ер йөҙөн яҡтыртһын, көн менән төнгә идара итһен һәм яҡтыны ҡараңғылыҡтан айырып торһон өсөн, Алла уларҙы күк көмбәҙенә урынлаштырҙы. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 19Кис булды, таң атты – дүртенсе көн булды.
20Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине. 21Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 22Алла уларға фатихаһын биреп былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен». 23Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды.
24Алла: «Ер үҙендә һәр төрлө йән эйәләрен – мал-тыуар, һөйрәлеүселәр һәм кейек-януарҙар барлыҡҡа килтерһен», – тине. Шулай булды. 25Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
26Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».
27Алла кешене Үҙ рәүешендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты.
28Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ». 29Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр. 30Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә – эсендә йәне булған һәр нәмәгә – аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды. 31Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

YouVersion uses cookies to personalize your experience. By using our website, you accept our use of cookies as described in our Privacy Policy